Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
20 Март 2023, 17:10

Азат Бадранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан

Ул махсус операция зонаһында күргәндәре хаҡында һөйләне.

Азат Бадранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанАзат Бадранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан
Азат Бадранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан

Шайморатов исемендәге батальон составында үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланған республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ул махсус операция зонаһында күргәндәре хаҡында һөйләне.

"Бөтә ваҡыт эш менән үтә, ял көндәре юҡ. Фронттың бөтә линияһын Херсон өлкәһенән алып ЛНР-ҙың төньяҡ-көнбайыш нөктәләренә тиклем урап үтергә тура килә. Бөтә ҡыҙыу йүнәлештәрҙә булдым. Төрлө мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән подразделениеларҙың командованиеһы һәм штаты менән бәйле һорауҙарҙы хәл итергә тура килде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе тураһында ла һөйләргә ярамай", - тип билдәләне Бадранов.

Уның һүҙҙәренсә, отпускынан һуң ул тағы ла күберәк эшләйәсәген белдерҙе, сөнки республиканан яугирҙәр хеҙмәт иткән бөтә подразделениелар менән бәйләнеш булдырырға кәрәк.

Фото: https://vk.com/a.badranov

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас