Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Март 2023, 15:44

Каникулда баланы ҡайҙа ял итергә ебәрергә?

Сертификатҡа иҫәп тотоу өсөн бер үк ваҡытта 3 мөһим шарт үтәлергә тейеш:

Каникулда баланы ҡайҙа ял итергә ебәрергә?Каникулда баланы ҡайҙа ял итергә ебәрергә?
Каникулда баланы ҡайҙа ял итергә ебәрергә?

Йәйгә тиклем тағы 2 айҙан ашыу ваҡыт бар, ләкин күп ата-әсәләр балаларының йәйге каникулдарҙа нимә менән шөғөлләнәсәген уйлай башланы. Балаларҙың йәйге лагерҙарының иң ҡыҙыҡлы варианттарын, хаҡтарын сағыштырҙыҡ һәм 2023 йылда кэшбэк мөмкинлеге тураһында белдек. Әйткәндәй, ашығырға кәңәш итәбеҙ. Март  ҡына булыуға ҡарамаҫтан, бихисап популяр балалар лагерҙарына, мәҫәлән, Өфө районы территорияһында, путевкалар һатылып бөткән дә инде.

2023 йылға хаҡтар менән Башҡортостандың балалар лагерҙары исемлеге

 

1) «Орленок» балалар сәләмәтләндереү лагеры

Ҡайҙа урынлашҡан: Илеш районы (Ашман ауылы эргәһендә).

Йәше: 7 йәштән 17 йәшкә тиклем.

Сменаның хаҡы (21 көн): 35 070-тән 37 000 һумға тиклем.

 

2) «Энергетик» балалар-үҫмерҙәр үҙәге

Ҡайҙа урынлашҡан: Шишмә районы (Аҡманай ҡасабаһы янында).

Йәше: 7-нән 16 йәшкә тиклем.

Сменаның хаҡы (21 көн): 53 500 һум.

 

3) А.П.Чехов исемендәге балалар шифаханаһы

Ҡайҙа урынлашҡан: Әлшәй районы (Чехов исемендәге шифахана ауылы).

Йәше: 7 йәштән 17 йәшкә тиклем.

Сменаның хаҡы (21 көн): 34 900-39 900 һум.

 

https://www.ufa.kp.ru/daily/27480/4736687/

 

4) «Йәйғор» балалар сәләмәтләндереү лагеры

Ҡайҙа урынлашҡан: Өфө районы (Николаевка ауылы).

Йәше: 7 йәштән 17 йәшкә тиклем.

Сменаның хаҡы (21 көн): 29 244 һум.

 

5) «Хилтон» инглиз балалар лагеры  

Ҡайҙа урынлашҡан: Өфөнән 150 саҡрым («Орленок» балалар ижады үҙәге биләмәһендә).

Йәше: 7 йәштән 17 йәшкә тиклем.

Сменаның хаҡы (9 көн): 45 100 һум.

Башҡортостандағы балалар лагеры өсөн кэшбэк

Ә бына 2021 һәм 2022 йылдарҙа ата-әсәләре әүҙем файҙаланған лагерға юлламаларға кэшбэк федераль программаһы менән быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, файҙаланып булмаясаҡ. Шуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда төбәк субсидияһы ғәмәлдә ҡала. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, 2010 йылдан республикала һауыҡтырыу кампанияһы осоронда юллама хаҡының бер өлөшө түләнә. 2020 йылдан Башҡортостанда йәшәгән һәр ата-әсә https://rest.edu-rb.ru порталы аша реестрҙа торған һәм республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге лагерға сертификат алыуға ғариза бирә ала. 2023 йылда бындай сертификаттың хаҡы 15 361 һум тәшкил итә. Путевканың тулы хаҡынан ҡалған сумманы ата-әсә лагер кассаһына индерә ала.

Сертификатҡа иҫәп тотоу өсөн бер үк ваҡытта 3 мөһим шарт үтәлергә тейеш:

1) Баланың йәше - 15 йәштән артмаҫҡа, ә баланың үҙе Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаһында уҡырға тейеш.

2) Һайланған лагерь Башҡортостан территорияһында балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу ойошмалары реестрында торорға тейеш.

3) смена оҙонлоғо - йәйге кампания осоронда 21 көн һәм көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар осоронда кәмендә 7 көн.

 

Автор:
Читайте нас