+24 °С
Ямғыр


Йәш белгестәргә 750 мең һум грант тапшырыла. Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатынан үткәрелгән сараларға ярашлы 2 мең 300-ҙән ашыу кеше агросәнәғәт тармағында эш тапҡан. Республика мәктәптәрендә агрокластар асыла. Бындай тәжрибә “Алтын көҙ” халыҡ-ара күргәҙмәһендә иң яҡшы проекттарҙың береһе тип танылды. Әле 70 агрокласс булдырылған һәм балаларға тәжрибә туплау өсөн 12 етештереү майҙансығы эшләй.
https://bash.news/bash/news/197534-baskortostanda-auyl-xuzalygy-esen-kadrzar-ezerlene