

Теләүғолов Зариф Фазлиахмәт улы 1973 йылда Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогия Институтын тамамлай. Бер йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1974-75 уҡыу йылында Антингән урта мәктәбендә завуч булып эшләй. 1975 йылдан Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте, башланғыс хәрби әҙерлек уҡытыусыһы булып эшләй. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар завуч, директор вазифаһын башҡара. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән.
Шәғәлимова Зөлфиә Бәйтулла ҡыҙы Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә 1975 йылдан алып рус һәм башҡорт телдәре/ әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хеҙмәт ветераны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, Ҡоролтайҙың маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 1993 йыл - "Халыҡ Мәғарифы алдынғыһы" знагы, 2018 йылда "100 лет образования Республики Башкортостан" Юбилей миҙалы менән наградалана.
https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_7766