Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2023, 15:35

Башҡортостанда йылылыҡты һүндерергә ваҡыт еттеме?

Башҡортостанда быйыл яҙ иртә килде.

Башҡортостанда йылылыҡты һүндерергә ваҡыт еттеме?Башҡортостанда йылылыҡты һүндерергә ваҡыт еттеме?
Башҡортостанда йылылыҡты һүндерергә ваҡыт еттеме?

Башҡортостанда быйыл яҙ иртә килде - мартта уҡ көндәр йылынды, йылғаларҙа бына-бына боҙ китәсәк. Йорттарҙа ла түҙеп торғоһоҙ эҫе. Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында аңлатыуҙарынса, ҡануниәткә ярашлы, уртаса тәүлек температураһы биш тәүлек дауамында +8 градус кимәлендә торғандан һуң күп фатирлы йорттарға һәм ойошмаларға йылы биреү туҡтатыла. Алдағы ике аҙнала бындай осор көтөлмәй, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».

Шуға ҡарамаҫтан, күп фатирлы йортта йәшәүселәр милекселәрҙең дөйөм йыйылышында бергә йылы биреүҙе туҡтатырға хәл итә ала. Йыйылыштың протоколы идара итеүсе компанияға ебәрелә һәм уны ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияға тапшыра.

Бәлки, батареяларҙы һүндерергә ашығырға ярамайҙыр - яҙғыһын һауа торошо бик тотороҡһоҙ, ҡапыл йылытыу осоро ҡырҡа һыуытыу менән алмашыныуы ихтимал. Ә туҡтатҡандан һуң йылылыҡты кире ебәрергә ярамай, тип иҫкә төшөрҙөләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.

Автор:
Читайте нас