

Республикабыҙҙан мобилизацияланған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтты һәм тәүге тапҡыр үҙенең яңы тыуған ҡыҙын ҡулына алды. «Башинформ» агентлығына Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосоповтан билдәле булыуынса, ир 2022 йылдың сентябрендә махсус операцияға саҡырылған. Өйҙә уны йөклө ҡатыны һәм өлкән ҡыҙы көтөп ҡалған. Отпускыға ҡайтҡанда уны өсәүләп ҡаршы алдылар: өс ай элек хәрби хеҙмәткәрҙең тағы бер ҡыҙы тыуған.
"Тәүге тапҡыр сабыйҙы бөгөн ҡулыма алдым. Хис-тойғоларҙы әйтеп биргеһеҙ!", - ти яугир. "Беҙ ҙә был көтөп алынған осрашыуға бик ҡыуанабыҙ - ғаилә теүәл, ошо үҙе бер ҙур бәхет!", - тип яҙҙы Риф Йосопов.