Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Март 2023, 14:19

Юрий Шатуновҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл үҙенә оҡшағанмы?

Был эшкә ул музыканттарҙың дуҫтарының үтенесе буйынса тотонған.

Юрий Шатуновҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл үҙенә оҡшағанмы?Юрий Шатуновҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл үҙенә оҡшағанмы?
Юрий Шатуновҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл үҙенә оҡшағанмы?

Иртәгә Ырымбурҙа йәмәғәтселек Юрий Шатуновҡа һәм «Ласковый май» төркөмөнә нигеҙ һалыусы Сергей Кузнецовҡа һәйкәл проектын тәҡдим итәсәк. РИА Новости мәғлүмәттәре буйынса, эскиздар скульптура пластилинынан эшләнгән, ә һәйкәлдең үҙен баҡырҙан ҡойорға ниәтләйҙәр.

Һәйкәл йырсы тәрбиәләнгән балалар йорто янында урынлаштырыласаҡ. Проект авторы – билдәле скульптор Александр Сукманов. Был эшкә ул музыканттарҙың дуҫтарының үтенесе буйынса тотонған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов 2022 йылдың 23 июнендә 48 йәшендә вафат булған. Йырсы Күмертау ҡалаһында тыуған. "Аҡ розалар", "Алһыу кисә", "Бала саҡ" йырҙары һәм башҡа бик күп йырҙар артистҡа ҙур популярлыҡ килтерә. Шатуновтың тыуған ерендә лә уның иҫтәлеген мәңгеләштерергә ниәтләйҙәр.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас