+21 °С
Болотло


Кисә, халыҡ-ара театр көнөндә, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа "Йәйғор" халыҡ театры Рәшит Зәйнуллиндың "Өмөт тыуған миҙгел" тип аталған спектакленең премьераһы үтте.
"Йәйғор" халыҡ театрының һоҡланғыс артистарына һәм хеҙмәткәрҙәренә, талантлы режиссер Илүзә Шәйәхмәтоваға, шулай уҡ дәррәү килгән һәм алҡыштарын йәлләмәгән тамашасыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм!", - тине Рәшит Зәйнуллин.
Ҡәләмдәшебеҙҙе премьераһы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан ижади уңыштар теләйбеҙ!