Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Март 2023, 17:45

Халыҡ ниңә концерттан сығып китә йәки ни эшләп беҙҙең йырсылар халыҡ йыя алмай?

Тамаша әлегә лә баяғы тарих, халыҡтың ауыр яҙмышы, “рух”,”ҡот”, “ырыҫ”  һәм тағы ла шундайыраҡ һүҙҙәр менән башланып китте лә бөткәнсе ошо юҫыҡта барҙы.

Халыҡ ниңә концерттан сығып китә йәки ни эшләп беҙҙең йырсылар халыҡ йыя алмай?Халыҡ ниңә концерттан сығып китә йәки ни эшләп беҙҙең йырсылар халыҡ йыя алмай?
Халыҡ ниңә концерттан сығып китә йәки ни эшләп беҙҙең йырсылар халыҡ йыя алмай?

Тәүҙә үк шуны әйтәм: хөрмәт итәм мин башҡорт йырсыларын. Радионан концерттарын кинәнеп тыңлайым. Талантлы беҙҙең халыҡ! Тауыш та, моң да етерлек. Тик...

Сәхнәләрҙән рәхәтләнеп башҡортса эстрада, күңелле, шоу менән алып барылған концерттар ҡарағы килә. Йыш ҡына теге йәки был йырсының афишаһын күрәм дә концертына талпынып барам. Сөнки уның матур йырлағанын беләм. Үкенескә ҡаршы, күп осраҡта өмөтөм аҡланмай. Күптән түгел бер концертҡа барҙым. Тамаша әлегә лә баяғы тарих, халыҡтың ауыр яҙмышы, “рух”,”ҡот”, “ырыҫ”  һәм тағы ла шундайыраҡ һүҙҙәр менән башланып китте лә бөткәнсе ошо юҫыҡта барҙы. Исмаһам, бер генә йыр ҙа күңел төбөнә инеп, хәтеремдә ҡалманы. Ҡайтышлай, нимә тураһында йырланылар әле, тип иҫләргә тырышһам да, көйөн дә, һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрә алманым.

 Унан һуң тағы бер концертҡа барҙым. Бик талантлы йырсы. Егет кеше. Күптән уның йырҙарын яратып тыңлайым, халыҡ күңеленә үтеп ингән йырҙары шаҡтай. Әммә әлеге концертты ул русса йырҙар менән башланы. Ярай, берәүҙе йырлар ҙа башҡортсаға күсер тиһәм, юҡ. Һүҙ юҡ, талантлы! Классик йырҙарҙы шәп башҡара. Әммә халыҡ  уның күңелле йырҙарын көттө бит. Арала өлкән генә әбей, ни эшләп был шау урыҫса йырлай икән, мин бит уның башҡортса йырлағанын тыңларға килдем, тип зарланып та алды. Үкенескә ҡаршы, концертты ташлап сығып киттем. Минән һуң тағы бер нисә кеше ҡуҙғалды... 

Ҡайһы ваҡыт йырсыларыбыҙҙың, беҙҙең халыҡ концертҡа йөрөмәй, тип зарланғанын ишетергә тура килә. Ошондай күңелһеҙ, йыр аҙағындағы бер һүҙҙе ҡырҡ ҡабатлаған тамашаларҙан һуң ни эшләп тағы барғы килһен?  Сценарийҙар ҙа гел үк бер төрлө: халыҡ, тарих, ауыр яҙмыш... Шунан лекция уҡый башлайҙар. Ә бит көндәлек тормоштағы мәшәҡәттәрҙән арыған халыҡ күңел асырға, ял итергә килә бит. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

culture.ru

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас