

1 апрелдән Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башлана, ул 15 июндә тамамлана. 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге егеттәрҙе генә хәрби хеҙмәткә саҡырырға мөмкин. Был хаҡта «Объясняем.РФ» порталы хәбәр итә.
Бынан алда Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу саҡырылыштың йәш сиктәрен арттырырға һәм 21 йәштән 30 йәшкә тиклем ир-егеттәрҙе армияға алырға тәҡдим иткәйне. Ул саҡта РФ Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты башлығы Андрей Картопалов, 2023 йылда яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу өсөн саҡырыу йәшен үҙгәртергә кәрәкмәй, тип билдәләне.
Мәҫәлән, 13 мартта Рәсәй Дәүләт Думаһына 2024 йылдан хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшен этаплап арттырыу тураһында закон проекты индерелде. Закон проектының тексына ярашлы, 2024 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклемге осорҙа 19-30 йәшлек егеттәр саҡырыла, киләһе йылда 20-30 йәшлектәр саҡырыла, 2026 йылдың 1 ғинуарынан 21-30 йәшлектәр саҡырыла.
Закон проектының авторҙары - Андрей Картаполов, уның беренсе урынбаҫары Андрей Красов һәм урынбаҫары Юрий Швыткин. Закон 2024 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инер тип күҙаллана.