Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
1 Апрель 2023, 17:07

Маҡсаты – милли эсемлегебеҙ буҙаны бөтөн донъяға танытыу

– Ҡунаҡты буҙа менән һыйлау – хөрмәт билдәһе. Был эсемлек витамин һәм минералдарға бай.

Маҡсаты – милли эсемлегебеҙ буҙаны бөтөн донъяға танытыуМаҡсаты – милли эсемлегебеҙ буҙаны бөтөн донъяға танытыу
Маҡсаты – милли эсемлегебеҙ буҙаны бөтөн донъяға танытыу
Буҙа борон-борондан башҡорт халҡының иң төп эсемлектәренең береһе һанала. Белеүебеҙсә, буҙа ашҡаҙан-эсәк, нервы системаһы, бауыр, бөйөр сирҙәренән арындыра, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, иммунитетты нығыта. Етмәһә, уны әҙерләү өсөн әллә ниндәй ҡиммәтле нәмәләр ҙә кәрәкмәй. Һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш, тик күңел йылыһы һәм теләк кенә булһын. Ә бөгөн милли эсемлегебеҙ буҙаны етештереү буйынса үҙ эшен асҡан йәш эшҡыуарҙар ҙа бар. Шундайҙарҙың береһе Гөлназ Азатова.
 
Сибайҙа йәшәүсе Гөлназ Фәнис ҡыҙы милли эсемлекте яһау серҙәрен әсәһе Дилә Вәлләм ҡыҙынан өйрәнгән. Ә Башҡорт дәүләт университеты Сибай филиалының иҡтисад факультетында уҡығанда ул "Башҡорт милли эсемлеге буҙа" тигән темаға диплом эше яҡлай. Әлеге бизнес-план нигеҙендә йәш белгескә "Урал аръяғының эшлекле донъяһы" үҙәгендә бизнес-проект төҙөргә ярҙа итәләр. Бөгөн инде Гөлназ Фәнис ҡыҙы башҡорт милли эсемлеген етештереүҙе яйға һалған. Хәҙер был шөғөл уларҙың ғаилә эшенә әүерелгән. Ире Дим, атай-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе – барыһы бергә эшләй.
 
– Ҡунаҡты буҙа менән һыйлау – хөрмәт билдәһе. Был эсемлек витамин һәм минералдарға бай. Ул ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нерв системаһы эшсәнлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла буҙаның шифаһы иҫ китмәле күп, – ти милли эсемлек етештереү оҫтаһы Гөлназ Азатова.

Алкогольһыҙ, газһыҙ эсемлектәр етештереүгә сертификат алған эшҡыуар тәүгә мәлдә көнөнә ике шешә һатһа, бөгөн инде ул ике көнгә бер 150 литр эсемлек етештерә һәм уларҙы "Орфей" кафеһына, "Яҙ" сауҙа селтәренә, "Башмаркет" нөктәләренә, Өфө кибеттәренә һатыуға сығара. Гөлназ Азатова уҙған йылда 500 мең һумға буҙа яһау йыһазы һатып алып, цех асҡан.
 
Йәш әсәй әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа был ризыҡҡа ҡарата иғтибар артты. Ауыл-ҡалаларҙа буҙа байрамдарҙы үткәрелеү ҙә – быға дәлил. Киләсәккә Гөлназдың маҡсаты – буҙаны Рәсәйгә генә түгел, бөтөн донъяға танытыу.
Автор:
Читайте нас