

Балаға, үҙеңә йә башҡа өлкән кешегә табипты Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша саҡыртырға мөмкин
Нимә эшләргә?
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә
- “Сәләмәтлек” бүлегенә күсергә https://clck.ru/JH4jp
- "Табипты өйгә саҡыртыу" хеҙмәтен асырға һәм, кемгә табип кәрәк, шул кешене һайларға
- Мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерергә - кәрәк булһа, төҙәтергә һәм өҫтәмә индерергә
- Врач килә торған адресты раҫларға йәки индерергә
- Врач саҡыртыуҙың сәбәбен күрһәтергә
Порталда күрһәтелгән адресты хеҙмәтләндергән поликлиника саҡырыуҙы ҡабул итә һәм ошо медицина учреждениеһынан табип килә
Врачты өйгә тағы нисек саҡыртырға мөмкин:
- Һаулыҡ һаҡлау министрлығының берҙәм бәйләнеш үҙәге аша: 122 (өҫтәмә 2), эш көндәрендә – 7.30-19.00, шәмбе – 8.00-16.00, йәкшәмбе – 8.00 - 14.00
- поликлиника телефоны йәки регистратура аша
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан