+21 °С
Болотло


Башҡортостандан хәрби махсус операцияла ҡатнашыусы, Доставалов исемендәге батальондың взвод командиры Александр Карпунин дошман менән алышта батырлыҡ күрһәткән.
"Башҡорт батальоны" телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, прапорщик Карпунин етәкселегендәге подразделение боевиктар һөжүмен кире ҡаға ала. Взвод командирының яу яланында алған яраһы дошманға ҡаршы көрәшен дауам итергә ҡамасауламай. Шундай сыҙамлыҡ арҡаһында Александр Карпунин үҙенең хеҙмәттәштәре менән бергә билдәләнгән позицияларҙы һаҡлап алып ҡала алған.