+22 °С
Ямғыр


Бөгөн Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы "Айыҡ ауыл-2022" конкурсының йомғаҡлау өлөшөндә сығыш яһаны. Дүрт көн дауамында, 7 апрелгә тиклем, жюри ағзалары бәйгеселәрҙең проекттарын баһалаясаҡ. Улар район хакимиәттәре тәҡдим иткән заявкалар, видеороликтар менән танышасаҡ.
"Айыҡ ауыл" исеменә 54 ауыл көс һынаша. Презентацияларҙы яҡлауҙа урындағы әүҙемселәр, хакимиәт вәкилдәре ҡатнаша. Бөгөн "Ҙур ауылдар" номинацияһында ҡатнашыусы 11 ауыл вәкилдәре үҙ проекттарын яҡланы.