Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
7 Апрель 2023, 15:49

Өфө хосписы ирекмәндәрҙе көтә

Рамаҙан айында изгелек ҡылырға кәрәк, тиҙәр. Уның өсөн аҡса ла, күп ваҡыт та кәрәкмәй. Мәҫәлән, Өфө хосписында хәҙер өмәләр бара. Унда һеҙ ҙә ярҙам итә алаһығыҙ.

Өфө хосписы ирекмәндәрҙе көтәӨфө хосписы ирекмәндәрҙе көтә
Өфө хосписы ирекмәндәрҙе көтә
Ошо көндәрҙә Өфө хосписы биләмәһендә өмәләр үтә. Бөгөн, 7 апрелдә,  Башҡортостандың журналистары ҡатнашты. Газондарҙан төҙөлөш сүп-сары сығарып түгелде. Бинаның эсендә мебель йыялар. Ә был ял көндәрендә Өфө хосписы республикала йәшәүсе һәр кешенән ярҙам көтә - 8 һәм 9 апрелдә палаталарҙы һәм биналарҙы генераль йыйыштырыу, шулай уҡ тәҙрәләрҙе йыуыу ойоштороласаҡ.
 
Әгәр хосписҡа ярҙам итергә теләһәгеҙ, һылтанма буйынса гугл-форма аша яҙылығыҙ. Бөтә һорауҙар буйынса ойоштороусылар хоспис координаторҙарға  Оксана Пономареваға (8-927-346-64-79) һәм Анастасия Васютинаға (8-927-316-30-88)  мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Даян Мурзин урамы, 8.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас