Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Апрель 2023, 07:30

Башҡорт теленән диктант яҙырға киләһегеҙме?

Быйыл диктант яҙыу Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көндәре менән тап килә, шуға кейемдә милли элемент булыуы хуплана.

Башҡорт теленән диктант яҙырға киләһегеҙме?Башҡорт теленән диктант яҙырға киләһегеҙме?
Башҡорт теленән диктант яҙырға киләһегеҙме?

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина был хаҡта сәхифәһендә бына нимә тип яҙа.

"Башҡорт теленән диктант яҙырға киләһегеҙме?! Өфө фән һәм технологиялар университеты (элекке БДУ) тоғро дуҫтарын 20 апрель көндө, ғәҙәттәгесә, төп корпуста (Зәки Вәлиди урамы, 32) көтә.

Диктант яҙыу ябай ғәмәл генә түгел икәнлеген аңлайһығыҙҙыр. Милләттәштәр, рухташтар, яҡташтар, таныштар менән аралашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!!! Телебеҙҙең моңон, аһәңен бергәләп тыңлайыҡ! Диктантты бергәләп яҙайыҡ!!!
Быйыл диктант яҙыу Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көндәре менән тап килә, шуға кейемдә милли элемент булыуы хуплана.

Диктант  тексын төрлө йылдарҙа беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған, әлеге мәлдә милләтебеҙҙе мәҙәниәттә, сәйәсәттә, мәғарифта лайыҡлы танытҡан шәхестәр уҡыясаҡ.

Башҡорт теле мәктәптә һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт бүлегендә генә түгел, йәшәйештең төрлө өлкәләрендә лә үҙ урынын табырға тейеш".

Фото: Бәйләнештә. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас