Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Апрель 2023, 11:28

Республика поликлиникалары яңы эш режимына күсте

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Омикрон» штаммы арҡаһында графикка үҙгәрештәр март айында индерелде.

Республика поликлиникалары яңы эш режимына күстеРеспублика поликлиникалары яңы эш режимына күсте
Республика поликлиникалары яңы эш режимына күсте

Башҡортостан поликлиникалары яңы эш режимына күсте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, учреждениелар элекке эш режимына күсә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, өлкәндәр һәм балалар поликлиникалары 10 апрелдән йомаға тиклем иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Кисектергеһеҙ саҡырыуҙар 19 сәғәткә тиклем хеҙмәтләндерелә. Шәмбе иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем ҡабул ителә.

Стоматология поликлиникалары һәм ҡала һәм район дауаханалары бүлексәләре шундай уҡ график буйынса эшләйәсәк, тик шәмбе көндө генә уларҙың эше бер сәғәткә алдараҡ тамамланасаҡ. Кисектергеһеҙ ярҙам кабинеттары тәүлек әйләнәһенә махсус график буйынса эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Омикрон» штаммы арҡаһында графикка үҙгәрештәр март айында индерелде. Поликлиникаларҙың ҡайһы берҙәре ҡабул итеү сәғәттәрен ҡыҫҡартты, икенселәре ял көндәрендә уларҙы арттырҙы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас