

Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙә 8 апрелдә Мәңгелек ут янында яңы өйләнешкән йәштәрҙе күреүе хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, егет хәҙер мобилизацияланған һәм бер аҙна элек тыуған яғына отпускыға ҡайтҡан.
- "Белый" ҡушаматлы һалдат бер аҙна элек отпускыға ҡайтҡас, шунда уҡ ғариза бирҙе һәм бөгөн ҡул ҡуйҙылар, - тине.
Иванюта әйтеүенсә, ғашиҡтар алты йыл бергә һәм ике бала тәрбиәләй, әммә бер нисек тә яҙылыр өсөн ваҡыт тапмаған.
- Бик матур пар, улар менән ихлас итеп һөйләшеп алдыҡ. Йәш парҙы ысын күңелдән ҡотлайым һәм уларҙың бергә, татыу, бәхетле йәшәүҙәрен теләйем! Туй көнөн тағы ла күп йылдар дауамында бергә ҡаршы алыуын теләйем, - тип йомғаҡланы ул.