+21 °С
Болотло


Әбйәлил районының Шәрип ауылынан 16 йәшлек Вилдан Ғәйнетдинов кеше ғүмерен ҡотҡарған.
Уҡыусы мәктәптән ҡайтышлай Еңеү паркы янында ерҙә ятҡан бер ирҙе күреп ҡала һәм ярҙам ҡулы һуҙа. Вилдан ирҙе тротуарға һөйрәп алып барып уның ниҙер әйтергә тырышҡанын күргәс, ашығыс ярҙамға шылтыратып, уның килерен көтә. Асыҡланыуынса, иргә ҡапыл насар булып китә һәм ул ҡолай.
Үтеп барыусыларҙың береһе лә туҡтамай, сөнки уны иҫерек тип уйлайҙар. Тик Вилдан ғына ярҙамға килгән һәм кеше гүмерен ҡотҡарған. Билдәле булыуынса, Вилдан - биш бала араһында иң кесеһе.
Башҡортостаным/яңылыҡтар
https://vk.com/bashkortostanim