

Ишембайҙа 2006 йылғы ике үҫмер ҡыҙ юғалған. 11 апрелдә Тимофеева Екатерина Сергеевна һәм Мөхәмәтова Екатерина Владиславовна билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән, әлеге ваҡытта уларҙың ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Был хаҡта «Отклик» эҙәрмәндәр отряды хәбәр итә.
Екатерина Тимофееваның билдәләре: буйы 160 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ерән сәсле, оҙон, күҙҙәре һоро. Һоро толстовка һәм аҡ салбар кейгән.
Екатерина Мөхәмәтованың билдәләре: буйы 160 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Йәшел толстовка, ҡара джинсы, ҡара кроссовки кейгән.
Ярҙам итерҙәй мәғлүмәте булғандарҙың барыһын да 898710601 йәки 02 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
https://www.bashinform.ru/news/law/2023-04-12/v-ishimbae-propali-devochki-podrostki-3217770?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop