

Тәүге байрам Эрмитажда 2006 йылда ойошторолған. Меценаттар музейға картиналар тапшырған.
Әйткәндәй, меценат һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме? Баҡһаң, беҙҙең эраның 70-се йылында Римдә Гая Цильний Меценат тигән бер аристократ йәшәгән икән. Ул шағирҙарға, сәнғәт әһелдәренә ныҡ ярҙам иткән. Хатта бәхәсләшеүсе йә ғауғалашыусыларҙы ла татыулаштырыусы булып йөрөгән.
Башҡортостан эшҡыуары Илсур Нәбиуллин: Тир түгеп эшләп алған аҡса файҙа килтерә.
«Ярҙам - изге эштәр ваҡыты» проекты геройы - эшҡыуар һәм меценат Илсур Нәбиуллин. Утыҙ йыл элек Баймаҡ районының Бетерә ауылынан Фәриҙә Наҙарғолова, ҡыҙы менән кейәүе һәләк булғас, ике кескәй ейәнен үҙ тәрбиәһенә алған.
Өләсәй малайҙарҙы тәрбиәләп кенә ҡалмаған, ә уларҙың күңеленә эшҡыуарлыҡҡа орлоҡ һалған. Оҙаҡ йылдар һөт-май һатып, аҡса йыйған, Илсур ҙа студент сағынан уҡ стипендияһынан өҫтәй барған.
Илсурға 21 йәш тулғас, өләсәһе баҡыйлыҡҡа күскән. Был ваҡытҡа 150 000 мең йыйылған. Егет аҡсаны нисек тотоноу хаҡында уйлай башлаған. Шунан 138 000 һумға - станок, 12 000 һумға бензобысҡы һатып алып, таҡта ярыу цехын асҡан.
Был һөнәрҙең нескәлектәренә үҙ аллы төшөнөргә тура килгән бер туғандарға. Тәүге табыштан улар балалар йортонда йәшәгән сабыйҙарға бүләктәр алып барып тапшырған.
15 йыл эсендә бик күп яңы техника һатып алынған, әммә пилорама шул уҡ урында тора, ә беренсе станок талисман булып хеҙмәт итә. Яңыраҡ Дәүләт оборона заказын алғандар – снаряд өсөн йәшниктәр эшләйҙәр.
Нәбиуллиндар тыуған ауылында тәүге мәсет төҙөгән. Уға ата-әсәһе һәм өләсәһе хөрмәтенә «ҒәйФәрГүзәл» тигән исем биргәндәр (Ғәйнетдин, Фәриҙә һәм Гүзәл).
Эшҡыуарҙар социаль селтәрҙә юлламалар уйнатып, кешеләргә донъя буйлап сәйәхәт итергә мөмкинлек бирергә теләй.
- Еңел аҡса булмай ул, ти торғайны беҙгә өләсәйем. Тир түгеп эшләп алған аҡса файҙа килтерә. Аҡса нисек еңел килә, шулай уҡ еңел генә сығып китә, - тип хәтерләй Илсур.
https://www.bashinform.ru/news/yarzam/2023-01-24/predprinimatel-iz-bashkirii-ilsur-nabiullin-dengi-v-kotorye-ty-vlozhil-trud-prinesut-blago-3115046