

Ғафури халҡы тағы бер ҡаһарман улы менән хушлашты
Кисә Ғафури районының Имәндәш ауылында «Вагнер» шәхси хәрби компанияһы яугиры Сафуанов Фаил Шамил улы менән бәхилләштеләр.
Фаил Шамил улы 1980 йылдың 3 майында Имәндәш ауылында тыуған. Имәндәш урта мәктәбен тамамлағандан һуң хеҙмәткә саҡырыла. 1998 йылдың майынан 2000 йылдың мартына тиклем Осетин-Ингуш конфликтын бөтөрөүҙә ҡатнаша. Батырлыҡ ордены менән наградланған.
2022 йылдың 25 октябрендә «Вагнер» яугирҙары сафына баҫа. 2023 йылдың 18 февралендә Донецк Халыҡ Республикаһының Артемовск ҡалаһы өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Сығанаҡ: "Табын" гәзите.
Фото: "Табын" гәзите