

“Һеҙҙә Тимур командаһы бармы? Ә бына Әбйәлилдә бар. Был хаҡта Ташбулат ауылынан Миңзәлә Нафиҡова-Таһирова үҙенең сәхифәһендә яҙған. "Ташбулат урта мәктәбенең тимурсылар командаһы ярҙам итеп киттеләр. Күмәкләгән яу ҡайтарған, күҙ ҙэ эйәрмәй ҡалды, егеттәр ярылған утынды ташып, өйөп ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар сүп-сарҙы йыйҙылар. Һуңынан күмәкләп ағас араларын таҙартып ҡуйҙылар. Афариндар! Эш бөткәс, бергәләп йыуаса, ҡоймаҡ менән тәмле итеп сәй эстек.
8-се класс уҡыусыларына һәм уларҙың класс етәксеһе Тәнзилә Рәүеф ҡыҙына, шундай шәп егәрле балалар тәрбиәләгән ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!
Бөтәгеҙгә лә исәнлек-һаулыҡ,тормошта, эштә, уҡыуҙа, ғөмүмән, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уңыштар юлдаш булһын!"
Фото: Бәйләнештә.