Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Апрель 2023, 16:12

Иғтибар!

Башҡортостандың Транспорт министрлығы водителдәрҙе насар һауа шарттарында һаҡсыл булырға саҡыра.

Иғтибар!Иғтибар!
Иғтибар!

- Башҡортостандың Транспорт министрлығы водителдәргә мөрәжәғәт итте. Яҡынлашып килгән насар һауа шарттарына бәйле иғтибарлы булырға һорайҙар.

Йома, 14 апрелдә, Башгидрометүҙәк һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда урыны менән ҡар яуыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе ихтимал.

Республиканың көньяҡ райондарында тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

«Водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, автомобилдәр араһында араны һаҡларға кәңәш итәбеҙ», - тип иҫкәрттеләр транспорт министрлығында.

Автор:
Читайте нас