Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Апрель 2023, 16:31

Шайморатов исемендәге батальон фельдшеры махсус хәрби операция зонаһында ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

"Док" ҡушаматлы медицина хеҙмәте лейтенанты һүҙҙәренсә, махсус хәрби операция зонаһында эштәр күп. Бигерәк тә табиптар етешмәй - травматологтар, хирургтар кәрәк.

Шайморатов исемендәге батальон фельдшеры махсус хәрби операция зонаһында ғүмерҙәрҙе ҡотҡараШайморатов исемендәге батальон фельдшеры махсус хәрби операция зонаһында ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
Шайморатов исемендәге батальон фельдшеры махсус хәрби операция зонаһында ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
"Док" ҡушаматлы медицина хеҙмәте лейтенанты һүҙҙәренсә, махсус хәрби операция зонаһында эштәр күп. Бигерәк тә табиптар етешмәй - травматологтар, хирургтар кәрәк.
 
«Туймазинский вестник» район баҫмаһы шайморатовсыларҙың ирекле батальоны составында хеҙмәт иткән урындағы фельдшер тураһында материал баҫтырып сығарған. Ул хәрби көндәр, медицина ярҙамы күрһәтеү, эш ауырлыҡтары тураһында һөйләй. Шулай уҡ мәҡәлә геройы хеҙмәттәштәрен батальонға ҡушылырға саҡыра, сөнки медиктар, атап әйткәндә, хирургтар, травматологтар етешмәй.

Фельдшер үҙе әйтеүенсә, ярты йыл элек, ғаиләлә уның ирекмән булыу ҡарарын хупламаһалар ҙа, дөрөҫ һайлау яһаған. Шулай уҡ ул республика властарына ғаиләһенә күрһәткән хәстәрлеге һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото:https://tuvest.ru/
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас