

Башҡортостанда «Парикмахер добра» проектында ҡатнашыусылар СВО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен бушлай хеҙмәтләндерә.
Хәйриә акцияһын ойоштороусы Татьяна Овсяникова «Башинформ»ға һөйләүенсә, 8 оҫта Тәтешле районынан 75 кешенең сәсен ҡырҡҡан.
«Беҙгә Фәнис Хөсәйеновтың һәм уның ҡыҙының сәсен ҡырҡыу бәхете тейҙе. Ҡыҙыҡай атаһына оҡшап тора, бик әүҙем, ихлас һәм позитив», — тип уртаҡлашҡан Татьяна Овсяникова.
«Парикмахер добра» проекты ҡатнашыусылары артабан Бөрө, Нефтекама ҡалаларына юлланырға ниәтләй. Уларға ҡарттар һәм балалар йорттарынан, психоневрология интернаттарынан, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән ғаризалар килгән.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim?w=wall-153665096_150520