+21 °С
Болотло


Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Комсомол урамында урынлашҡан «Башҡорт аш-һыуы йорто» кафеһы янында оҙон сират хасил булған. Баҡтиһәң, туҡланыу нөктәһендә хәйриә акцияһы иғлан ителгән. Бында теләгән һәр пенсионер, мохтаж булған кеше, шулай уҡ күп балалы ғаиләләр бушлай һөт һәм икмәк алырға мөмкин.
Кафе хужалары һөйләүенсә, бындай акция йыл һайын изге Рамаҙан айында һәм Пасха осоронда ойошторола. Афарин, мәрхәмәтле эшҡыуарҙар!
https://vk.com/bstnews?z=photo-85076499_457282622%2Falbum-85076499_00%2Frev