+21 °С
Болотло


Алмаз Ғүмәров махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Һөжүм итеү барышында мотоуҡсылар бүлексәһенең БМП-һы һәм танкыһы минаға эләгеп шартлай һәм дошман уты аҫтында ҡала. Взвод командиры Алмаз Ғүмәров яралыларҙы ҡотҡара һәм батальоны командованиеһына дошман позициялары хаҡында хәбәр итә.
Лейтенант Ғүмәров оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә төркөм юғалтыуҙарһыҙ ҡамауҙан сыға һәм дошмандың бронемашинаһын һәм шәхси составын юҡ итә.
Алмаз Ғүмәров ҡыйыулығы һәм етәкселек оҫталығы өсөн Суворов миҙалы менән наградаланған.
https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_58153