Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
19 Апрель 2023, 05:55

Үлгәндән һуң...

Һиндостанда рәсми рәүештә яндырылғандан һуң 2 йыл үткәс, бер ир ғаиләһенә ҡайта, тип хәбәр итә Times of India.

Үлгәндән һуң...Үлгәндән һуң...
Үлгәндән һуң...

Һиндостанда рәсми рәүештә яндырылғандан һуң 2 йыл үткәс, бер ир ғаиләһенә ҡайта, тип хәбәр итә Times of India. Хәбәр итеүҙәренсә, 35 йәшлек ирҙе коронавирустан үлгән тип танығандар һәм хатта туғандарына уның япма менән  ҡапланған кәүҙәһен күрһәткәндәр, һуңынан яндырғандар. Ҡатыны хәбәр итеүенсә, ул ваҡытта ул табиптарға ышана һәм 2021 йылдың февраленән тол ҡатын булып йәшәй.

Өйгә ҡайтҡас, һинд кешеһе уны бандиттар  урлап алып китеүен әйтә. Ике йылдан һуң ғына ир уларҙан ҡасып китә ала. 

Әлеге хәлде хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре  тикшерә.

Фото: ирекле сығанаҡ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас