Иртәгә, 20 апрелдә, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойошторола.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала йәшәүселәрҙе башҡорт теленән диктант яҙырға саҡырҙы.
«Акцияны йыл һайын үткәрәбеҙ, республикала ғына түгел, унан ситтә лә. Ҡатнашыусылар йылдан-йыл күбәйә. Башҡортса диктантты сит илдәрҙә лә яҙалар, был бик ҡыуаныслы, — тип яҙҙы республика Башлығы. — Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн күп эштәр башҡарабыҙ, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында. Әйтәйек, яңы, заманса уҡытыу методикалары, мәктәптәрҙә йәш уҡытыусылар, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттар. Халыҡ-ара диктант — ошондай эштең яҡшы өлгөләренең береһе».