Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Апрель 2023, 13:44

Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәгендә ниҙәр эшләргә теләй?

Ағас серҙәренә ныҡлап төшөнгәс, Миңлебулат ағай яйлап күләмле объекттар - парк скульптуралары яһауға күсә.

Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәгендә ниҙәр эшләргә теләй?Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәгендә ниҙәр эшләргә теләй?
Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәгендә ниҙәр эшләргә теләй?

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуып үҫеп, әле Ульяновск ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙ Миңлебулат Миңлехан улы Әбдрәхимов йәнтөйәгендә "Урал батыр" тип аталған халыҡ-ара фестиваль-конкурс ойошторорға хыяллана. Уның тураһында ауылдашы, хәҙер Хәйбулла районында йәшәгән Сәлимә Байгилдина түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.

"Ағас серҙәренә ныҡлап төшөнгәс, Миңлебулат ағай яйлап күләмле объекттар - парк скульптуралары яһауға күсә. Ағас кәсебенең бөтөн серҙәренә төшөнөп, еренә еткереп, тәмен тойоп, сәмләнеп эшләй. Төп ярҙамсыһы – хәләл ефете Фәриғә апай. Әйткәндәй, Фәриғә апайҙың атаһы Ғимаҙетдин Ҡараҙбаев та билдәле балта оҫтаһы булды. Икәүләп төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша башлайҙар.

Миңлебулат Миңлехан улы - ағас, боҙ, ҡар скульптуралары буйынса уҙғарылған бихисап өлкә, төбәк-ара, Рәсәй, халыҡ-ара фестиваль-конкурстар призеры, еңеүсеһе. Мәскәү, Ульяновск, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре үтә. Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығы уңайынан Өфөлә уҙғарылған күргәҙмәлә лә ҡатнаша.

Ситтә йәшәһә лә, Миңлебулат ағай тыуған яғын онотмай. Күңелендә бик матур хыял да йөрөтә ул: тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәге – тыуған ауылы Тәүәкәндә “Урал батыр” тип аталған халыҡ-ара фестиваль-конкурс ойошторорға теләй. Ауыл янында Мортаза Рәхимов исемендәге парк булдырып, фестивалдә ҡатнашҡан ағас һындарҙы, композицияларҙы шунда урынлаштырырға, шулай уҡ унда ылыҫлы ағастар ултыртыуҙы ойоштормаҡсы", - тип яҙа Сәлимә Байгилдина.

Рухлы милләттәшебеҙгә уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_67126

Автор:
Читайте нас