

Ишембайҙа йәшәүсе Айгөл Ишморатова «Рәсәйҙең алтын тажы-2023» матурлыҡ конкурсында республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаны яуланы. Ул 40+ ҡатнашыусылар араһында икенсе урын яуланы. Айгөл бындай конкурстарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Мәҫәлән, былтыр «Миссис достояние Башкортостана» һәм «Миссис достояние России»титулдарын яуланы.
"Был конкурста Башҡортостаныбыҙ исеменән сығыш яһарға саҡырыуҙы ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттем. Минең өсөн шат булғандарға рәхмәт! Һәм ышанығыҙ, көслө теләк булғанда, барыһына ла өлгәшергә мөмкин!" ти ул.
Айгөл күп балалы әсәй һәм матурлыҡ студияһы етәксеһе. Тау саңғыһы, милли бейеүҙәр ярата. Бынан тыш, бер нисә йыл дауамында хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, ауырыу балаларға ярҙам итә.
"Башинформ"