

Бөгөн Учалыла СВО-ла ҡатнашыусы"Британец" позывнойлы хәрби һәм уның кәләше Айгизә мәңгегә сәстәрен-сәскә бәйләне. Илсе ауылы егете үҙенең һөйгәне менән алтынсы йыл дуҫлаша. Йәштәр күптән өйләнешергә ҡарар итһә лә, туйҙы кисектереп тора.
Сентябрҙә махсус операцияға алынған саҡта егет иҫән-һау ҡайтырға һәм өйләнергә һүҙ биргән. 2 аҙналыҡ ялға ҡайтҡас, йәштәр никах уҡытып, ЗАГС-та теркәлгән.
Хәрби Луганск республикаһында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, взвод командиры урынбаҫары. "Британец" ҡушаматын тиккә таҡмауҙарын белдергән. "Ҡайһы саҡта кәрәкмәгән урында ҡыҫылам, хеҙмәттәштәр, һин британ разведкаһында хеҙмәт итмәнеңме, тип шаяртты", - тип көлә Учалы егете.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim