

Салауат районынан «Сельсовет» позывнойлы һалдат хаҡында былтыр яҙғайныҡ. Ул көтмәгәндә ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ҡалдырып, Доставалов батальоны составында фронтҡа юллана. Ошо көндәрҙә яугир тыуан районына ике аҙналыҡ отпускыға ҡайтҡан. Яҡындары, элекке коллегалары менән күрешкән, бер нисә мәктәптә осрашыуҙа булған. «СВО-ға барыуыма бер ҙә үкенмәйем. Фашистарҙың беҙҙең ил сигендә ҡотороуын тыныс ҡына күҙәтә алманым, улар ябай халыҡты һәм балаларҙы һәләк итте», - тип һөйләгән Сельсовет.
Хәрби Рәсәйҙең бөтә яңы төбәктәрен: Запорожье, Херсон өлкәләрен, Донецк һәм Луганск республикаларын урап сыҡҡан. Алғы һыҙыҡта һәр саҡ уяу булырға кәрәк. Дрондар һөжүм итә, беҙ аяҡ аҫтына түгел, күккә ҡарап йөрөйбөҙ, ти һалдат. Республика халҡына рухи яҡтан терәк булыуы һәм гуманитар ярҙам ебәреп тороуы өсөн рәхмәт белдерә.
«Беҙҙе ҡатындар эшләгән окоп шәмдәре, балалар яҙған хаттар йылыта. Уларҙы уҡыһаң, күңел күтәрелеп китә. Хаттарҙа беҙҙең егеттәргә һәм уларҙың еңеү яулап ҡайтырына сикһеҙ ышаныс, өмөт бар», - ти ул.
Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim