

Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, Чехословакияның юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы һәм «Ҡара генерал» – былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән Даян Баян улы Мурзин хаҡында. Даян Мурзин һәм уның бригадаһы иҫәбендә юҡ ителгән 19 танк, ике йөҙҙән ашыу автомобиль, 20-гә яҡын тимер юл күпере, әсир төшкән 250 фашист, шул иҫәптән немец армияһы генерал-майоры Генрих Мюллер. Башҡортостанда герой тураһында иҫтәлек нисек мәңгеләштерелгән? Өфөлә «Нур» театры эргәһендәге скверҙа бронза һәйкәл ҡуйылған
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы залында (222-се зал) Даян Мурзиндың шәхси әйберҙәре ҡуйылған
Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының төп фондында геройҙың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәр, гәзиттәрҙән һәм «Ветеран» журналынан алынған материалдар һаҡлана
2020 йылда Кушнаренко күп профилле һөнәри белем биреү колледжына Даян Мурзин исеме бирелде. Колледжда бюст, мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, геройға арналған планшет күргәҙмәһе бар
Республика Хәрби Дан музейы экспозицияһы Даян Мурзин тураһында фото һәм мәғлүмәт тәҡдим итә
Баҡалы районының Баҡалы ауылындағы урам герой исеме менән аталған
башҡорт ирекмәндәренең бер батальонына Даян Мурзин исеме бирелде Даян Мурзин бөтәһе 80-дән ашыу орден һәм миҙал менән бүләкләнгән, әммә ул еңеүҙе һәм үҙе кисергән сағыу, мауыҡтырғыс ваҡиғаларға бай тормошон төп бүләк тип иҫәпләгән.