+21 °С
Болотло


Кисә республикабыҙ туристарының тәүге төркөмө Минскиға осто. Сәфәр «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла.
— Һеҙ яңы проектта ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың тәүге төркөмө. Сәфәрҙән һуң үҙегеҙҙең тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашырһығыҙ, турҙарҙы ойоштороуҙа нимәне яҡшыртырға мөмкин булыуы тураһында һөйләрһегеҙ, — тип туристарға уңышлы сәфәр теләне Радий Хәбиров.
«Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусыларҙың тәүге төркөмө 46 кешенән тора, улар — Өфөнән, Өфө, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө һәм Ҡыйғы райондарынан.
https://vk.com/bstnews