Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 15:50

Өфөләге 46-сы лицей мөһим проектта ҡатнаша

Һайлап алыу турында өс команда ҡатнашыу теләген белдерҙе, улар беҙҙең лицейҙағы кабинеттарҙы яңыртыу, йә бөтөнләй яңыларын булдырыу идеяларын яҡлап сыҡты.

Өфөләге 46-сы лицей мөһим проектта ҡатнашаӨфөләге 46-сы лицей мөһим проектта ҡатнаша
Өфөләге 46-сы лицей мөһим проектта ҡатнаша
  1. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса мәғлүмәт

Предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проект балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы, улар бының турала мәктәп медиацентры сығышынан белде. Һайлап алыу турында өс команда ҡатнашыу теләген белдерҙе, улар беҙҙең лицейҙағы кабинеттарҙы яңыртыу, йә бөтөнләй яңыларын булдырыу идеяларын яҡлап сыҡты.

Беренсе команда «Робототехника, программалау һәм 3D моделләштереү» буйынса студия асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уларҙың фекеренсә, лицейға техник йүнәлештә үҫергә кәрәк һәм студия был проблеманы хәл итә ала, сөнки теорияға ҡарағанда заманса ҡорамалдар ярҙамында дәрестән тыш эшмәкәрлекте үткәреү күпкә ҡыҙығыраҡ. Был команда Вадим Аксенов,   Камил, Хөсәйенов, Сыңғыҙ Ғиләзетдинов кеүек физика-математика класы уҡыусыларынан тора.

Икенсе команда заманса йыһазландырылған технология кабинетын асыуҙы яҡлап сыҡты. Уларҙың маҡсаты: заман менән бергә атлау, шул уҡ ваҡытта ҡул эштәрен дә онотмау. Шуныһы ҡыҙыҡ, был проект авторҙары ҡыҙҙар, әммә улар малайҙар өсөн кабинет планлаштыра. Ҡыҙҙар өсөн кабинет яҡшы йыһазландырылған, ә бына малайҙар кабинетында шарттар юҡ, улар шул сәбәпле күберәк теорияны үҙләштерә. Был проект авторҙары 7 В класында уҡыйҙар:  Дарья Толмачева,  Анастасия Визнович,Сабина Лобачева.

Өсөнсө команда ябыҡ спорт площадкаһы асыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был проект маҡсаты – мәктәп балаларын спортҡа йәлеп итеү, ә киләсәктә билдәле спорт төрҙәре буйынса мәктәп командаларын төҙөү. Заманса майҙансыҡтар һәм ҡорамалдар балаларҙы спортҡа күберәк ылыҡтырырға ярҙам итәсәк. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең футбол, волейбол, баскетбол буйынса командалар бар, улар өсөн саф һауала шөғөлләнеү тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Был проект 8 В класынан Элина Ғәниева, Елизавета Садовникова, Камилла  Лоҡманова һәм 9 Г класы уҡыусыһы Салауат Әғзәмовтың уртаҡ эше.

Фото: 46-сы лицей.

 

Автор:
Читайте нас