

24 апрелдә беҙҙең лицейҙа башланғыс проекттарҙың презентацияһы үтте. Өс проект тәҡдим ителде: “Робототехника, программалау һәм 3D моделләштереү”, “Немолоток” заманса технология кабинеты” һәм “Яңыса спорт майҙансығы”.
Командалар үҙ проекттарын юғары кимәлдә күрһәтте, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Шулай уҡ финанс яғы тураһында ла һөйләнеләр, ниндәй хәүефтәр осрауы һәм проблемаларҙы сисеү юлдарын билдәләнеләр.
Башланғыс проекттар презентацияһында 7-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Кемдәр килә алмаған, улар онлай рәүештә Бәйләнештә селтәрендә тауыш бирә алды. Тауыш биреүҙең рәйесе һәм секретаре билдәләнде . Улар – уҡыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Галина Еремина һәм тәрбиә буйынса директор урынбаҫары Наталья Ғәлиуллина Иң күп тауыштар «Робототехника, программалау һәм 3D моделләштереү» студияһы өсөн бирелде.
Беҙ был проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, командаларҙы ҡанатландырыуҙа, тауыш биреүҙә 7-нән алып 11 класҡа тиклем һәр уҡыусы ҡатнашыуына шатбыҙ. Был күренеш шундай проекттарҙың балаларға кәрәклеге, улар өсөн ҡыҙыҡ булыуын дәлилләй. Һәм беҙ, киләһе проекттар ҙа беҙҙең лицейҙа уңышлы булыр, тигән ышаныстабыҙ.
Фото: 46-сы лицей.