Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Мая 2023, 05:01

Өфө халҡын Беренсе Май байрамына саҡыралар

Бында ижади конкурстар, күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр үтәсәк.

Өфө халҡын Беренсе Май байрамына саҡыраларӨфө халҡын Беренсе Май байрамына саҡыралар
Өфө халҡын Беренсе Май байрамына саҡыралар

Дүшәмбе, 1 майҙа, Өфөлә яҙ һәм хеҙмәт байрамын билдәләйҙәр. Был көндә өс ҡала паркында һәм «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы алдындағы майҙанда байрам саралары күҙалланған, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтендә.

Мәҫәлән, иртәнге сәғәт 11-ҙә стела янында сәскә һалыу тантанаһы була, унда ветерандар һәм тыл эшсәндәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнаша.

«Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында көндөҙгө сәғәт 12-лә «Өфө - дуҫлыҡ һәм берҙәмлек ҡалаһы» милли мәҙәниәттәр фестивале башлана. Бында ижади конкурстар, күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр үтәсәк.

Яҡутов исемендәге паркта көндөҙгө сәғәт 1-ҙә бейеү марафоны, «Чародеи» театр-студияһының эстрада артистары һәм иллюзиясыларының сығышы, шулай уҡ уйындар һәм бүләктәр менән конкурстар планлаштырылған.

18:00 сәғәттә «Кашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында балалар оркестрҙары һәм инструменталь ансамблдәр фестивале башланасаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас