Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Май 2023, 06:34

Күп кенә халыҡ һынамыштарының 1 майға бәйле булыуын белә инегеҙме?

Муйыл сәскә атһа, картуф ултыртырға ваҡыт.

Күп кенә халыҡ һынамыштарының 1 майға бәйле булыуын белә инегеҙме?Күп кенә халыҡ һынамыштарының 1 майға бәйле булыуын белә инегеҙме?
Күп кенә халыҡ һынамыштарының 1 майға бәйле булыуын белә инегеҙме?

Һауа торошо шул көндә ниндәй, ай аҙағында ла шулай буласаҡ, әгәр кәкүк ҡороған ағасҡа ҡунһа - тимәк, ҡырауҙар буласаҡ әле. Муйыл сәскә атһа, картуф ултыртырға ваҡыт.

Элек кешеләр 1 майҙы тәбиғәттең уяныуы һәм ауыл хужалығы эштәренең башланыуы менән бәйләгән. Ер мул уңыш бирһен өсөн ошо көндө төрлө йолалар башҡарғандар.

Совет заманында бар донъя эшселәренә теләктәшлек белдергән лозунгылар тотоп сағыу демонстрациялар үткәрелде. Баш ҡала урамдары буйлап эшселәр, студенттар һәм интеллигенция вәкилдәре транспараттар менән марш аҫтында атлап уҙа ине.

Беҙҙең көндәрҙә сәйәси һәм профсоюз ойошмалары, шулай уҡ йәмәғәтселәр Беренсе май акциялары, митингылар, йыйылыштар уҙғара, автоуҙыштар һәм концерттар ойоштора. Бындай саралар халыҡ берҙәмлеген, хеҙмәт һәм социаль ғәҙеллек өсөн көрәште символлаштыра.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас