Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Май 2023, 03:05

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!

Һеҙ бөгөн нимә эшләйһегеҙ? 

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!
Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән!

1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ул – дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек, яҡты өмөттәр, эш кешеһенә ҡарата оло хөрмәт менән һуғарылған көндәрҙең береһе. Уны рәсми рәүештә 86 илдә билдәләйҙәр.

Был көндөң тарихи башланғысы 1886 йылға барып тоташа. Америка Ҡушма Штаттарының Чикаго ҡала­һында эшселәр хеҙмәт сәғәттәрен кәметеүҙе талап итеп, демонстрацияға сыға. Һуңынан йыл һайын ошо көндә эшселәр йыйыла башлай. 1889 йылда Парижда уҙғарылған II Интернационал конгреста 1 май Бөтә донъя эшсе­ләренең теләктәшлек көнө тип иғлан ителә. Беҙҙең илдә иһә, Совет власы ойошторолғас, был көн рәсми бил­дәләнә башлай.

Фото: bash.neft-gf.ru

Автор:
Читайте нас