Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Май 2023, 12:42

Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килде

"Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары май байрамдарында теплоходтарҙың матурлығы менән һоҡлана ала."

Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килдеӨфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килде
Өфөгә «Мостай Кәрим» теплоходы килде

Бөгөн Дуҫлыҡ монументы янындағы причалда Өфөгә «Мостай Кәрим» круиз лайнерында килгән 213 туристы тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар. Башҡортостандың баш ҡалаһында дүрт палубалы теплоход ике көн буласаҡ.

Ҡунаҡтарға баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрһәтәсәктәр. Атап әйткәндә, улар Совет майҙанына, Өфө музейҙарына һәм республика райондарының береһендәге умарталыҡҡа барасаҡ.

Өфөгә шулай уҡ «Александр Пушкин» тип аталған тағы бер дүрт палубалы лайнер килде.

«Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары май байрамдарында теплоходтарҙың матурлығы менән һоҡлана ала. 2023 йылғы навигацияла бөтәһе 20 теплоходты ҡабул итергә ниәтләйбеҙ», - тип хәбәр итте Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Фото:сайт mustai.ru

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас