

Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжы «Хәрби ашнаҡсылар эшен ойоштороу» программаһы буйынса ашнаҡсыларҙың квалификацияһын күтәреү программаһын башлап ебәрҙе. Курстар тәү сиратта махсус хәрби операция зонаһына юлланырға әҙерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр кешенең кулинария буйынса белеме бар икән, уҡытыу биш көн йәки 24 уҡыу сәғәтен тәшкил итәсәк. Һөнәри белем биреү булмаһа, ай ярым йәки 144 сәғәт кәрәк . Уҡыу тулыһынса бушлай. Дәрестәр Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 32 адресы буйынса үтәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте (347)295-94-04 телефоны буйынса (302-се ҡушымта) алырға мөмкин.