+24 °С
Ямғыр


Быйыл Башҡортостанда ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 миллион һум йүнәлтелә. 150 йәш уҡытыусы 690 мең һум күләмендә грант алырға мөмкин.
Республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсҡа документтар 1 июндән ҡабул ителә башлай.
Грантҡа ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптә ике йылдан ашыу эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар дәғүә итергә мөмкин. Уларҙы конкурс барышында Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләй.
https://vk.com/bstnews