Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Май 2023, 14:05

"Аркада" тегеү фабрикаһына эшкә килегеҙ!

Ишембайҙың «Аркада» тегеү фабрикаһы хеҙмәткәрҙәре дөйөм ятаҡ, бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә, эшкә тиклем йөрөтөлә.

"Аркада" тегеү фабрикаһына эшкә килегеҙ!"Аркада" тегеү фабрикаһына эшкә килегеҙ!
"Аркада" тегеү фабрикаһына эшкә килегеҙ!

Был мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында яңғыраны. Унда "Алға" махсус иҡтисади зонаһында эшкә урынлаштырыуҙы өҫтәмә стимуллаштырыу буйынса саралар тикшерелде.

Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта «Аркада»ла 105 кешегә ятаҡ ҡаралған, бушлай туҡланыу, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан һәм Ишембай районынан граждандарҙы предприятиеға алып барыу ойошторолған, производствола махсус кейем бирелә, хеҙмәткәрҙәргә уңайлы булһын өсөн вахта ысулы ла бар. Ошондай уҡ саралар майҙа асыласаҡ «Заспорт»  акционерҙар йәмғиәтендә лә  ҡаралған.

Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һүҙҙәренсә, «Алға» инвестиция проектының ике тегеү предприятиеһына ла артабан эшкә урынлашыу өсөн бушлай уҡыуға ҡабул итеү даими алып барыла. 2023 йыл башынан 65 эшһеҙ граждан («Заспорт» өсөн 60 кеше һәм «Аркада» өсөн 5 кеше) белем алған, уларҙың 42-һе уҡыуын тамамлағандан һуң эшкә урынлашыуҙы көтә («Заспорт»ҡа - 37 кеше, «Аркада»ға - 5 кеше).

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20831/

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас