Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Май 2023, 10:03

Ветерандың йорто янында парад ойошторолдо

"Ауыр яраланғандан һәм контузиянан һуң 1943 йылдың февралендә Кәшшшәф Сәмиғуллин II төркөм инвалиды тип таныла һәм өйөнә ҡайтарыла."

Ветерандың йорто янында парад ойошторолдоВетерандың йорто янында парад ойошторолдо
Ветерандың йорто янында парад ойошторолдо

Кисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кәшшәф Сәмиғуллин үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Өфөнөң Октябрь районында уның йорто янында шәхси парад үткәрҙеләр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тыуған көнө менән ҡотланы.

Кашшаф Әһлетдин улын олатаһы тәрбиәләп үҫтергән. Ул бик иртә ата-әсәһеҙ ҡалған. Уҡытыусы булырға теләгән, әммә һуғыш ҡамасаулай.

«Ирекмән булып барыр өсөн Кәшшәф Сәмиғуллинға үҙенә йәш өҫтәгән. Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамамлағас, 1942 йылдың майында ул фронтҡа эләгә - Ржев эргәһендә, пулеметсы була. Ауыр яраланғандан һәм контузиянан һуң 1943 йылдың февралендә Кәшшшәф Сәмиғуллин II төркөм инвалиды тип таныла һәм өйөнә ҡайтарыла», - тип уртаҡлаша Радий Хәбиров.

Һуғыштан һуң яҙмыш уны Ҡаҙаҡ ССР-ына ташлай, бында ул кесе лейтенанттан алып милиция полковнигына тиклем хеҙмәт юлын үтә. Бөгөн юбилярҙың наградалар исемлеге бик ҙур: 42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаһы. Кәшшшәф Әғлетдин улы бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Ул хәйриә менән шөғөлләнә: Йәрмәкәй районы китапханаһына, мәктәптәренә, тыуған яҡты өйрәнеү музейына китаптар бүләк итә. Урындағы мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәренән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас