

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Яндекс» компанияһы менән берлектә «Яндекс.Такси - Ветерандарға» социаль проектын тормошҡа ашыра
Проект Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына һәм унда ҡатнашыусыларға, элекке концлагерь тотҡондарына, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнеүселәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән - улар такси хеҙмәте менән айына 4 тапҡыр бушлай файҙалана ала.
Таксиҙы нисек саҡырырға?
8 (800) 775-00-14 номеры буйынса Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә шылтыратырға кәрәк. Шылтыратыу бушлай.
Заявкалар эш көндәрендә сәғәт 8:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан