Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Май 2023, 15:29

Минең бурысым - уларға тәүге ярҙам күрһәтеү

Марат Хәбибуллин Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан мотоуҡсылар батальонынан махсус хәрби операция зонаһында нисек хеҙмәт итеүе хаҡында һөйләне.

Минең бурысым - уларға тәүге ярҙам күрһәтеүМинең бурысым - уларға тәүге ярҙам күрһәтеү
Минең бурысым - уларға тәүге ярҙам күрһәтеү

Хәбибуллин Сибайға отпускыға ғына түгел, күреү һәләтен дә яҡшыртыу маҡсаты менән ҡайтҡан. Медиктар тейешле операция яһаған, һәм әле Марат реабилитация курсы үтә. Сибайҙа уны яҡшы беләләр. Ул оҙаҡ йылдар ҡаланың инвалидтарҙы реабилитациялау үҙәгендә, ашығыс ярҙам станцияһында эшләгән.

Ирекмән-табип үҙенең хеҙмәте тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Донбастағы  милләтселәренең йыртҡыслыҡтары уны хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланырға мәжбүр итеүен белдерҙе. Бындай минуттарҙа һәр ир-егет ярҙамға килергә тейеш, ә медиктар - бигерәк тә. «Алғы һыҙыҡтан яраланғандарҙы килтерәләр. Минең бурысым - уларға тәүге ярҙам күрһәтеү һәм санчастҡа оҙатыу. Ярҙам күрһәтеү алымдары, тыныс тормоштағы кеүек үк, тик психологик яҡтан сыҙамлы булырға кәрәк» - ти Марат Хөснуллин.

Табип әйтеүенсә, махсус хәрби оперция зонаһында ярҙам  бик мөһим. Өйҙән килгән һәр йылы хәбәр ҡыуандыра, дөрөҫ эш башҡарыуыңа көс һәм ышаныс бирә. «Балаларҙан хаттар алыу айырыуса ҡыуаныслы. Күптәре исемен генә яҙа - адресы һәм уҡыу урынын күрһәтмәй, шуға күрә һәр авторға яуап биреп булмай. Ошо уҡыусыларҙы табып, уларҙың һәр береһенә рәхмәт әйтке килә», - ти Марат.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас