2023 йылдың май башына республика мәктәптәрендә педагогик кадрҙарға ҡытлыҡ 691 кеше тәшкил итә. Был хаҡта 12 майҙа Дәүләт Йыйылышының профилле комитеты ултырышында республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың аҙағына уҡытыусыларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 38 347 һум тәшкил иткән. Ил президентының май указдарында билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән.
«Төп проблема - эш хаҡы түгел, - тип белдерҙе чиновник, йәш белгестәр һәм студенттар менән махсус осрашыуҙар уҙғарыуын аңлатып. - Беренсе урында - һөнәргә психологик төшөнөү. Төрлө балалар, ата-әсәләр чаттары, һорауҙар... Һөҙөмтәлә педагогия хеҙмәткәре үтәй алмай һәм ярты йылдан һуң китә».
Министрлыҡта остазлыҡ институтын үҫтереү ярҙамында иртә һөнәри яныу мәсьәләһен хәл итергә ниәтләйҙәр. Бындай тәжрибә республиканың бер нисә мәктәбендә бар.