

Өфөнән Рауил Әхтәмов май башында махсус операцияла ҡатнашыусы яралы һалдаттар өсөн ҡан тапшырыу өсөн Мәскәүгә юлланған. Хәрбиҙәр А. Вишневский исемендәге Үҙәк хәрби-клиник госпиталдә дауалана һәм уларға бик күп ҡан талап ителә.
— Үҙ ғүмеремдә беренсегә донор булдым. Беҙҙең ғаилә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур юғалтыу кисерҙе. Әсәйем яғынан олатайым Әхмәтйән Арыҫлангәрәй улы Урманов һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Ул Калуга өлкәһендәге госпиталдәрҙең береһендә вафат була, — ти егет.
Рауил Әхмәтов һүҙҙәренсә, 18 йәште үткән теләгән һәр кем донор булырға мөмкин. Ҡан тапшырыу пункттары Өфөлә лә бар.
— Хәрбиҙәр беҙҙең хәстәргә мохтаж. Һәр граждан һалдаттар имен-һау өйөнә әйләнеп ҡайтһын өсөн үҙ өлөшөн инжерә ала. Беҙҙең менән бергә ҡан тапшырыуға ҡырҡ кеше барҙы, — ти Рауил.
https://vk.com/bstnews?z=photo-85076499_457283227%2Falbum-85076499_00%2Frev